6 декабрь, Шишәмбе

17 октябрь 2016 йыл, 16:08

Республикала ОСАГО полистарына сират кәмегән

фото: Арина Рәхимҡолова

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хөкүмәтендә республикала ОСАГО полистарын һатыу буйынса «берҙәм агент» системаһының эшенә йомғаҡ яһалды.

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендә уҙған оператив кәңәшмәлә хәбәр итеүҙәренсә, 1 сентябрҙән 11 октябргә тиклем төбәктә «берҙәм агент» системаһы аша 4,2 меңдән ашыу ОСАГО килешеүе төҙөлгән. Шуның менән бергә сентябрь-октябрь айҙарында Күмертау ҡалаһында меңгә яҡын ОСАГО полистары һатылған.

Әле муниципалитеттарҙа ОСАГО полистары менән бәйле хәлгә мониторинг үткәрелә. Башҡортостан ҡала һәм райондарында сираттың яйлап кәмеүе күҙәтелә.

Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән ултырышта билдәләүҙәренсә, халыҡ «берҙәм агент» системаһына аңлау менән ҡарай.

Сентябрҙә Башҡортостандың Милли банкына килгән ялыуҙар һаны август айындағы ошондай уҡ күрһәткестәрҙән ике тапҡырға кәмерәк.

Төбәктә ОСАГО килешеүҙәрен төҙөгәндә өҫтәмә хеҙмәттәр тәҡдим итеү һәм аварияһыҙ йөрөү коэффициентын тупаҫ ҡулланыу буйынса ялыуҙар һаны кәмегән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Бынан алда Башҡортостан Хөкүмәте Рәсәй автостраховкалаусылар союзына республиканы ОСАГО полистарын һатыу буйынса «берҙәм агент» системаһына индереүҙе һорап мөрәжәғәт иткәйне. Рәсәй автостраховкалаусылар союзы президиумы тейешле ҡарар ҡабул итте һәм 30 августан төбәктә «берҙәм агент» системаһы эшләй башланы.

темалар: осаго полисы