Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры ҡоралдар һәм гастролдәр өсөн финанслау аласаҡ

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостандың халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры музыка ҡоралдары һәм Мәскәү, Рәсәй ҡалалары буйлап гастролдәргә сығыу өсөн өҫтәмә аҡса аласаҡ. Был хаҡта филармонияның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Яңыраҡ коллективтың художество етәксеһе һәм баш дирижеры алмашынды. Хәҙер уның художество етәксеһе — халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Линар Дәүләтбаев.

Әлеге ваҡытта оркестр республика ҡалалары буйлап гастролдәрҙә йөрөй. Бөгөн, 17 октябрҙә, коллектив — Учалы ҡалаһында, 20 октябрҙә Яңауылда сығыш яһай. Октябрьский халҡы өсөн милли оркестр «Урал легендалары» исемле программа тәҡдим итә. Концерт 27 октябрҙә музыка колледжында була. Киске сәғәт 6-ла башлана.

«Беҙ башҡорт композиторҙары Урал Иҙелбаев һәм Шәүрә Сәғитованың репертуарын әҙерләнек. «Урал легендалары» программаһы — Рәсәй буйлап ойоштороласаҡ гастролдәрҙең төп темаһы», — тип хәбәр итте Линар Дәүләтбаев.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть