Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Физик берәмектәр 1 декабрҙән дә һуңға ҡалмайынса мөлкәт һалымын түләргә тейеш

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы 2015 йыл өсөн мөлкәт һалымын (транспорт, ер, милеккә һалым) түләү ваҡыты тураһында иҫкәртә. Ҡануниәткә ярашлы физик берәмектәр ағымдағы йылдың 1 декабренә тиклем дәүләт менән иҫәпләшергә тейеш.

Әлеге ваҡытта һалым түләүгә белдереү ҡағыҙҙары ебәрелә. «Физик берәмектәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты» сервисына инеү хоҡуғы булған граждандар документтарҙы электрон төрҙә ала.

1 ноябргә тиклем милек, ер һәм транспорт һалымы суммаһы тураһында бөтә мәғлүмәттәр, шулай уҡ уларҙы түләүгә белдереү ҡағыҙҙары шәхси кабинетта сағылыш табасаҡ.

Шәхси кабинетҡа инеү мөмкинлеге булмаған түләүселәргә белдереү ҡағыҙҙары «Рәсәй почтаһы» филиалдарында бирелә.

Әгәр 2016 йылдың 1 ноябренә тиклем мөлкәт һалымын түләүгә белдереү ҡағыҙы килмәһә, квитанция алыу өсөн йәшәгән йәки шәхси милек урынлашҡан урын буйынса һалым органына мөрәжәғәт итеү зарур.

Һалымдарҙы Федераль һалым хеҙмәте сайтында шәхси кабинетта йәки «Һалымыңды түлә» сервисы ярҙамында, кредит ойошмалары бүлексәләрендә һәм түләү терминалдарында, федераль почта хеҙмәте бүлексәләрендә йәки урындағы үҙидара органдарында түләргә мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть