5 декабрь, Дүшәмбе

17 октябрь 2016 йыл, 13:49

Республика СНИЛС-ты тиҙ генә алырға мөмкин булған биш төбәк иҫәбенә инде

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Хәҙер Башҡортостанда шәхси иҫәп карточкаһын (СНИЛС) реаль ваҡыт режимында алырға мөмкин.

Рәсәй Пенсия фондының республика бүлексәһе илдең тәүге биш пилот төбәге иҫәбендә реаль ваҡыт режимында граждандарҙы мотлаҡ пенсия страховкалауы системаһында теркәй башланы. Тәжрибәгә илдең бер нисә төбәге ҡушылған, улар араһында Мәскәү, Башҡортостан, Пенза өлкәһе бар.

Башҡортостанда мотлаҡ пенсия страховкалауы системаһында 5 миллиондан ашыу шәхси иҫәп карточкаһы асылған, уға 1 миллиондан ашыу пенсионер, 1,6 миллион эшләүсе граждан, шулай уҡ балалар, эшһеҙҙәр һәм башҡа төбәктәргә күсеп китеүселәр ингән.

Рәсәй Пенсия фонды республика бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, әгәр быға тиклем СНИЛС алыу өсөн бер нисә көн талап ителһә, хәҙер иһә Рәсәй Пенсия фондының теләһә ҡайһы идаралығына мөрәжәғәт итеп, шәхесте раҫлаусы документты күрһәтеү һәм анкетаға ҡул ҡуйыу ҙа етә. Шунда уҡ мотлаҡ пенсия страховкалауы таныҡлығын алырға мөмкин.

Ун дүрт йәшкә тиклемге балаларға СНИЛС алыу өсөн тыуыу тураһында таныҡлыҡ һәм ата-әсәнең паспорты кәрәк.