Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан һылыуҡайы «Донъя илсеһе» титулына лайыҡ булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

«Мисс Башкортостан» агентлығы моделе Галина Лукина Көньяҡ Кореяла барған «Miss Global Beauty Queen 2016» халыҡ-ара конкурсында «Донъя илсеһе» титулын яуланы.

Быйыл Сеул төрлө илдәрҙән һәм ҡитғаларҙан 50 ҡатнашыусыны ҡабул итә. Республика һылыуҡайҙарының береһе Галина Лукина ошо абруйлы матурлыҡ конкурсында тәүге тапҡыр Башҡортостан исеменән сығыш яһай.

Уның әйтеүенсә, Көньяҡ Корея бик ҡунаҡсыл ил. Ул шулай уҡ конкурстың юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне.

Башҡортостан ҡыҙы дефиле конкурсында башҡорт дизайнеры Альбина Жерлицына теккән милли кейемде күрһәтте. Ул сағыу ижади фестивалдә лә ҡатнашты, Корея провинцияларында һәм ошо илдең Хөкүмәт йортонда ла булды.

«Донъя илсеһе» титулынан тыш, Галина «Мисс Талант» исемлегенә инде. Бәйгегә 26 октябрҙә йомғаҡ яһала.

Галина Лукина Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Һөнәре буйынса иҡтисадсы, модель бизнесы өлкәһендә эшләй. Төрлө гүзәллек конкурстарында еңеүсе исемен яулаған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть