8 декабрь, Кесе йома

17 октябрь 2016 йыл, 11:16

Краснокама районында башҡорт метро төҙөүселәренә мемориаль таҡтаташ асылды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлсәсәк Ханнанова/. «Мосметрострой» компанияһы ойошторолоуға 85 йыл тулыу уңайынан Краснокама районының Николо-Берёзовка ауылында Башҡортостан метро төҙөүселәренә арналған мемориаль таҡтаташ асылды. Краснокама районының яҙмышы Мәскәүҙә метро төҙөүҙең тәүге йылдары менән тығыҙ бәйләнгән. 1935 йыда Николо-Берёзовка һәм тирә-яҡтағы ауылдарҙан биш меңгә яҡын кеше ҙур төҙөлөшкә ярҙам ҡулы һуҙа. Тап уларҙың хеҙмәте арҡаһында «Сокольники», «Красносельская», «Комсомольская», «Красные Ворота» һәм башҡа станциялар төҙөлә.

Урындағы тыуған яҡты өйрәнеүсе Маргарита Хәлилованың башланғысы менән һәм Краснокама районы хакимиәте булышлығында төҙөүселәрҙең хәтерен мәңгеләштереү өсөн мемориаль таҡтаташ эшләргә хәл ителде. Хәҙер ошо төҙөкләндерелгән бинала ҡунаҡхана урынлашҡан. Мемориаль таҡтаташта былай тип яҙылған: «1935-1937 йылдарҙа район комитеты Бөтә союз коммунистар партияһының ошо бинаһында райондағы иң яҡшы 5000 йәш кешенән Мәскәү метрополитенының беренсе сиратын төҙөүселәр отряды ойошторолған». Таҡтаташты Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, Рәсәй Тимерселәр союзы ағзаһы Илшат Ғиләжев эшләгән.

Мемориаль таҡтаташты асыу тантанаһында Краснокама районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рәзиф Ғилмуллин, район Советы, Николо-Берёзовка ауыл советы депутаттары, белем биреү учреждениелары, бюджет ойошмалары, мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Таҡтаташты асыу хоҡуғы район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рәзиф Ғилмуллинға һәм проектҡа башланғыс һалыусы, күп йылдар башҡорт метро төҙөүселәренең тарихын өйрәнеүсе Маргарита Хәлиловаға бирелде. Тәүге метро төҙөүселәр иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде. «Яҡташтарыбыҙҙың фиҙакәр хеҙмәте, батырлығы тураһында иҫтәлек һаҡлаған ошондай һәйкәлдәр һәм мемориаль таҡтаташтар тарихыбыҙҙың иң яҡшы биттәре тураһында хәтерҙе һаҡларға һәм киләсәк быуындарға тапшырырға мөмкинлек бирә», — тип билдәләне тантанала сығыш яһаусылар. Сараға шулай уҡ метро төҙөүселәрҙең әлеге ваҡытта Ҡалтасы һәм Краснокама райондарында йәшәгән нәҫел-нәсәптәре саҡырылғайны.

Хәҙер районда йәшәүселәр Мәскәүҙә республика төҙөүселәренең ҡаһарманлығына бағышланған мемориаль таҡтаташ асыу хаҡында хыяллана. Район активистары Мәскәү метрополитены етәкселегенә метро станцияларының береһенә «Башҡортостан» исемен биреү үтенесе менән мөрәжәғәт иткән. Ошо башланғысты тормошҡа ашырыу өсөн республика йәмәғәтселегенең ярҙамы кәрәк, тип иҫәпләй тыуған яҡты өйрәнеүсе Маргарита Хәлилова.