4 декабрь, Йәкшәмбе

17 октябрь 2016 йыл, 10:00

Республика йырсыһы Беренсе каналдағы «Тауыш» проектының жюри ағзаларын әсир итте

фото: Беренсе каналдың сайтынан

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Күмертау ҡалаһынан 21 йәшлек Борис Шешера Беренсе каналдағы «Тауыш» проектында Э.Ч. Уильямстың «Why»(«Почему») джаз композицияһын башҡарҙы. Уның сығышын дүрт жюри ағзаһының өсәүһе: Дима Билан, Леонид Агутин, Григорий Лепс бик оҡшатты. Бынан тыш, улар Бористы аяғүрә баҫып алҡышланы, тамашасылар ҙа ихлас ҡабул итте.

Григорий Лепс әйтеүенсә, уның ҡыҙыҡһыныусанлығы күп түгел, шулай ҙа бар, һәм уларҙың береһе — джаз. Командалар бик көслө һәм конкуренция ҙур буласаҡ, тип билдәләне Дима Билан.

«Һеҙҙең ошо сәхнәлә баҫып тороуығыҙ — үҙе бәхет», — тип өҫтәне ул.

«Минең командала булыуығыҙҙы теләйем», — тине Леонид Агутин.

Ҡыҙыҡтырғыс тәҡдимдәргә ҡарамаҫтан, Борис Шешера Леонид Агутинды һайланы.

Сығыш яһар алдынан биргән интервьюһында Борис дүрт йыл элек үк «Тауыш» проектында ҡатнашырға теләүе һәм ул саҡта ошондай күләмле проектҡа әҙер булмауы хаҡында һөйләне.

темалар: проект