8 декабрь, Кесе йома

14 октябрь 2016 йыл, 17:16

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваға тантаналы рәүештә һәйкәл асылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваға тантаналы рәүештә һәйкәл асылды. Октябрь проспектындағы аллеяла яҙыусының хеҙмәттәштәре, туғандары һәм яҡындары, студенттар һәм уҡыусылар йыйылды. Тантанаға Күгәрсен районынан яҙыусының яҡташтары ла килгәйне.

Сара яҙыусының үҙе уҡыуында «Хәйерле көн!» шиғырының яҙмаһы һәм ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ирек Ялаловтың сығышы менән башланды. Һәйкәлде асыу хоҡуғы шағирә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясоваға һәм яҙыусының Мәскәүҙән килгән улы Тельман Әминевҡа бирелде.

«Был — ҙур байрам, тормошомдағы иң бәхетле көн, — тине Тельман Әминев. — Әсәйемдең яҡты донъянан китеүенә 20 йыл үтте. Мин һәр саҡ уның хәтерен мәңгеләштереү тураһында уйландым. Һәйкәл бик матур, сквер менән бергә ул архитектура комплексын барлыҡҡа килтерә һәм Өфөнөң биҙәге булып тора».

Тантана З.Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы уҡыусылары башҡарыуында Зәйнәб Биишеваның шиғырҙарын уҡыу һәм сәскә һалыу менән тамамланды.

Бейеклеге өс метрға яҡын бронза һындың скульпторы — Владимир Дворник. Һәйкәл яҙыусының исемен йөрөткән «Китап» нәшриәте һәм Өфө һөнәрҙәр һәм сервис колледжы эргәһендә урынлашҡан. Һәйкәл янындағы биләмә төҙөкләндерелгән. Ошо урында Зәйнәб Биишева исемендәге сквер булдырылған.

Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Үҙенең шиғри йыйынтығын сығарған тәүге башҡорт ҡатын-ҡыҙы. Замандаштары уны әүҙем тормош позицияһы булған кеше, ысын илһөйәр, дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек өсөн көрәшсе итеп хәтерендә ҡалдырған.