10 декабрь, Шәмбе

14 октябрь 2016 йыл, 15:58

Баш ҡалала торлаҡты ҡуртымға алыу йыл башынан алты процентҡа арзанайған

фото: Фатирҙар донъяһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә торлаҡты ҡуртымға алыу йыл башынан уртаса алты процентҡа арзанайған. Бер бүлмәле фатирҙы ҡуртымға алыу хаҡы биш процентҡа төшкән һәм 14 мең һум тәшкил итә. Ике бүлмәлеһе 5,6 процентҡа арзанайған — 17,6 мең һум. Өс бүлмәле фатирҙың хаҡы 7,6 процентҡа кәмегән, һөҙөмтәлә — 24,4 мең һум.

«Фатирҙар донъяһы» порталы эксперттары илдең ҙур ҡалаларындағы хәлде тикшерҙе. «Ысынында иһә эш миҙгеле башланһа ла, ҡайһы бер фатирҙарҙың ҡуртым хаҡы төшмәй ҙә, артмай ҙа», — тип йомғаҡ яһаны белгестәр. Ҡуртымға алыу баҙары буйынса илдәге уртаса хаҡтар: бер бүлмәле фатирҙар буйынса –2,3 процент, ике бүлмәлеләр буйынса –1,9 һәм өс бүлмәлеләр буйынса –1,1.