6 декабрь, Шишәмбе

14 октябрь 2016 йыл, 14:46

Өфөлә тағы ла бер күңел асыу комплексы төҙөргә ниәтләйҙәр

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Баш ҡалала тағы ла бер күңел асыу комплексы төҙөргә ниәтләйҙәр.

Өфөнөң ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре идаралығы ҡунаҡханаһы һәм рестораны булған күп функциялы күңел асыу объектын проектлау һәм төҙөү өсөн участканы ҡуртымға алыу хоҡуғына аукцион иғлан итте. Аукцион 14 ноябрҙә була. Майҙаны 7916 квадрат метрлыҡ ер участкаһы Киров районында, Элеватор урамындағы 7-се йорт янында урынлашҡан.

Йыллыҡ ҡуртым түләүенең башланғыс хаҡы — 2 119 500 һум. Ҡуртым ваҡыты 10 йыл тәшкил итә.