8 декабрь, Кесе йома

14 октябрь 2016 йыл, 12:32

Төбәктә сифатлы ит һәм ит продукцияһы һатыла – Роспотребнадзор

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Республикала нигеҙҙә сифатлы ит һәм ит продукцияһы һатыла. Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, өсөнсө кварталда 1525 ит һәм ит продукцияһы өлгөһө тикшерелгән. Шуларҙың 3,2 проценты гигиена нормаларына яуап бирмәгән. Физик-химик күрһәткестәр буйынса 602 өлгө алынған, 6,5 проценты талаптарға тап килмәгән.

Санитар-химик күрһәткестәр буйынса — 436, антибиотиктарҙың булыу-булмауына — 307, радиология күрһәткестәренә — 425, яһалма рәүештә гендары үҙгәртелгән организм булыу-булмауына 34 өлгө тикшерелгән.

Квартал дауамында инспекторҙар 498 килограмлыҡ насар сифатлы продукцияның 153 партияһын һатыуҙан алған. Продукция етештергәндә һәм уны һатҡанда санитар ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән өсөн административ хоҡуҡ боҙоу тураһында 125 протокол төҙөлгән, 556,4 мең һум суммаға штраф һалынған.