7 декабрь, Шаршамбы

14 октябрь 2016 йыл, 11:39

Журналистарҙы дәүләт теле һәм төбәк халыҡтары телдәре проблемаһын яҡтыртыу буйынса конкурста ҡатнашырға саҡыралар

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығында киң мәғлүмәт сараларында дәүләт теле һәм төбәк халыҡтары телдәре проблемаһын яҡтыртыу буйынса ижади конкурсҡа ғаризалар ҡабул ителә башланы. Бәйгелә республика, ҡала, район, берләштерелгән гәзит, журнал редакциялары һәм айырым авторҙар, шулай уҡ республика электрон киң мәғлүмәт саралары (интернет, телевидение һәм радио) ҡатнаша ала.

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының баш белгесе Нилә Ғәйнетдинова хәбәр итеүенсә, конкурс дүртенсе тапҡыр үткәрелә. Мәҡәлә һәм телерадиотапшырыу авторҙары дәүләт телдәрен уҡытыуҙың актуаль проблемаларын тикшерә, тел йүнәлешендәге саралар тураһында бәйән итә. Конкурс йомғаҡтары Рәсәй матбуғаты көнөнә арналған сараларҙа иғлан ителә.

Бәйгегә 2016 йылдың 1 ғинуарынан 1 ноябренә тиклем баҫылған материалдар тәҡдим ителә һәм һаны менән сикләнмәй. Эштәрҙе 10 ноябргә тиклем ебәрергә кәрәк. Адресы: 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, 420-се бүлмә. Телефон: (347) 218-07-72. Тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының рәсми сайтында алырға була.