10 декабрь, Шәмбе

13 октябрь 2016 йыл, 17:27

«Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивалендә башҡорт режиссерҙарының өс фильмы ҡатнаша

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 26-28 октябрҙә Өфөлә III халыҡ-ара «Көмөш Аҡбуҙат» милли һәм этник кинофестивале уҙғарыла. Конкурс программаһына 24 фильм һайлап алынған, шуларҙың туғыҙы — документаль, һигеҙе — тулы метражлы һәм етәүһе ҡыҫҡа метражлы нәфис фильм. Тәҡдим ителгән эштәрҙең географияһы киң: Монголия, Иран, Ҡаҙағстан, Афғанстан, Бангладеш, Ҡырғыҙстан, Мысыр һәм Сирия, Украина һәм Әрмәнстан, шулай уҡ Башҡортостан, Татарстан, Ҡабарҙа-Балҡар һәм илдең башҡа төбәктәре.

Программаға Башҡортостан режиссерҙарының өс эше индерелгән. Ҡыҫҡа метражлы уйын фильмдары араһында Татьяна Перцеваның «Бубен Верхнего мира» һәм Айнур Асҡаровтың «Пилорама» фильмдары бар. «Документаль фильм» номинацияһында Радик Килмәмәтовтың «Күңел йыры» фильмы тәҡдим ителгән.

Конкурстан тыш программа сиктәрендә Башҡорт киноһы көнө үтә. Был көндә Башҡортостанда төшөрөлгән иң яҡшы анимация, документаль һәм уйын фильмдары күрһәтелә. Икенсе конкурстан тыш программа — «Рәсәй төбәктәре фильмдары», унда милли һәм этник йүнәлештәге фильмдар күрһәтеү ҡаралған.

Фестивалдә «Икенсе башҡорт дебютанттар питчингы» үткәрелә. Уны Рәсәй Кинематографистар союзының Йәштәр үҙәге ойоштора.