8 декабрь, Кесе йома

13 октябрь 2016 йыл, 16:43

Республикала ипотека буйынса субсидияланған ставка 10 процентҡа тиклем кәметелде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда ипотека буйынса субсидияланған ставка 10 процентҡа тиклем кәметелде. Быйыл 15 сентябрҙә республика Хөкүмәте ипотека кредиты буйынса процент ставкаһын өҫтәмә финанслау программаһын ҡабул итте. Хәҙер федераль программала ҡатнашыусылар ғәмәлдәге ставканы тағы ла ике процентҡа кәметә ала, тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында. Бынан тыш, ҡайһы бер банктар үҙ продукттары буйынса өҫтәмә ташлама тәҡдим итә.

Ошо федераль программала ҡатнашыу өсөн республикала алты айҙан оҙағыраҡ  йәшәүсенең йәше 18-ҙән кәм булмаҫҡа тейеш. Субсидиялау программаһы беренсел эконом-класлы торлаҡ һатып алыуға, һумдарҙа 2016 йылдың 1 июненән һәм унан һуң төҙөлгән кредит килешеүҙәренә ҡағыла.

Программаға инеү өсөн район йәки ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә һәм «Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ» программаһында ҡатнашыусылар составына инеү тураһында белдереү ҡағыҙы алырға кәрәк. Һуңынан программала ҡатнашыу теләге тураһында ғариза менән кредит ойошмаһына мөрәжәғәт итеү зарур. Ғаризаны 2016 йылдың 31 декабренә тиклем бирергә мөмкин.

Ипотеканы субсидиялау программаһында авария хәлендә булған һәм тиҙҙән һүтелергә тейешле йортта йәшәгән ғаиләләр, 35 йәшкә тиклемге ике бәләкәй балалы ғаиләләр, хәрби хәрәкәт ветерандары ҡатнаша ала.