3 декабрь, Шәмбе

13 октябрь 2016 йыл, 15:26

Андрей Шишкин «Башнефть» президенты итеп тәғәйенләнде

фото: Коммерсант

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. «Башнефт»тең директорҙар советы быға тиклем «Роснефт»тең вице-президенты вазифаһын биләгән Андрей Шишкинды компанияның президенты итеп тәғәйенләне. Был хаҡта «Коммерсант» хәбәр итә. Яңы етәксе менән контракт биш йылға төҙөлдө.

Компанияның элекке етәксеһе Александр Корсик һәм идара ағзаларының вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылды.

«Башнефть» компанияһының идара составына «Роснефт»тең ете топ-менеджеры: Андрей Шишкин, Наталия Минчева, Андрей Судаков, Андрей Лазеев, Денис Нырков, Ростислав Латыш һәм Сергей Лобачёв инде. Акционерҙар компанияның яңы директорҙар советы составы тураһында мәсьәләне 16 декабрҙә ҡарай.

12 октябрҙә «Роснефть» «Башнефть» компанияһының контроль пакетын һатып алды һәм менеджментты алмаштырҙы.