7 декабрь, Шаршамбы

13 октябрь 2016 йыл, 14:37

«Роснефть» «Башнефть» өсөн аҡса күсерҙе — Владимир Путин

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. «Роснефть» «Башнефть» өсөн аҡса күсерҙе. Был хаҡта Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәлә Рәсәй Президенты Владимир Путин белдерҙе.

Дәүләт башлығы тейешле инстанцияларға «Роснефть» компанияһының иҫәбендә аҡса булыу-булмауын тикшерергә ҡушыуы хаҡында һөйләне.

«Башнефт»те хосусилаштырыу мәсьәләһе ил Президенты ҡатнашлығында «Рәсәй саҡыра» ВТБ форумының фекер алышыу майҙансығында әүҙем тикшерелде. Владимир Путин ҡабул ителгән ҡарар буйынса Рәсәй Хөкүмәтенең финанс-иҡтисади блогының мөнәсәбәтен белдерҙе.

Атап әйткәндә, ул «Роснефт»тең дәүләт компанияһы булмауын билдәләне. Ул — дәүләттең контроль, сит ил инвесторының ҙур пакетына эйә булған компания.

«Роснефть» иң юғары баһа тәҡдим итте. Владимир Путин әйтеүенсә, 330 миллиард һум. «Был бойондороҡһоҙ халыҡ-ара эксперттарҙың баһаһынан юғарыраҡ. Йәғни ул баҙарҙағынан юғарыраҡ хаҡ тәҡдим итте».