4 декабрь, Йәкшәмбе

13 октябрь 2016 йыл, 13:02

Башҡортостан ҡыҙы — Японияның симфоник оркестры артисткаһы

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Виолончелдә уйнаусы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Элина Фәсхетдинова — Японияла Йәштәр симфоник оркестры артисткаһы. Мәскәү дәүләт консерваторияһын тамамлағандан һуң Элина Японияның Осаки ҡалаһына юллана һәм унда яңы йәш коллективҡа тыңлауҙар үтә. Музыкант әйтеүенсә, оркестрҙың яртыһы япондарҙан тора, ҡалғандары — төрлө милләт вәкилдәре. Коллектив йыш сығыш яһай, Япония ҡалалары буйлап гастролдәргә сыға.

«Ҡайһы берҙә мин концертмейстер булып эшләйем, күберәк Вена һәм Берлин филармонияларынан концертмейстерҙар килә, улар оҫталыҡ дәрестәре үткәрә һәм белемдәре менән уртаҡлаша. Бында бик ҡыҙыҡ, Европа һәм Америка музыканттарын тыңларға мөмкин», — тип һөйләне Элина.

Элина Фәсхетдинова — республикала билдәле мәҙәни династияны дауам итеүсе. Уның олатаһы — танылған баянсы, республиканың халыҡ артисы Редик Фәсхетдинов, әсәһе — виолончелдә уйнаусы, уҡытыусы, Урта махсус музыка колледжы ансамбле етәксеһе Лариса Фәсхетдинова.

Элина Өфөлә Урта махсус музыка колледжында атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Марк Афанасьев класында уҡый башлай. 2009 йылда П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһы янындағы Үҙәк музыка мәктәбен тамамлай. П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһы ассистенты-стажеры һәм Е.Светланов исемендәге дәүләт академия симфоник оркестры артисткаһы була. Халыҡ-ара конкурстар лауреаты.