7 декабрь, Шаршамбы

13 октябрь 2016 йыл, 12:33

Республика Ҡытайҙың Аньхой провинцияһы менән хеҙмәттәшлек итәсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфөлә Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы һәм Аньхойҙағы Ҡытай һәм Рәсәй араһында хеҙмәттәшлеккә ярҙам итеү үҙәге хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа «Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Артём Кирәев һәм Аньхойҙағы Ҡытай һәм Рәсәй араһында хеҙмәттәшлеккә ярҙам итеү үҙәге етәксеһе Дай Цзяньхуа ҡул ҡуйҙы.

«Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәсәй һәм Башҡортостан өсөн стратегик партнерҙарҙың береһе булып ҡала. Рәсәйҙең һәм Ҡытайҙың тышҡы сауҙа әйләнеше 100 миллиард долларҙан ашыу, шуның 600 миллиондан ашыуы республикабыҙға тура килә. Беҙ ошо күрһәткестәр юғарыраҡ булһын өсөн эшләйбеҙ», — тине Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле — республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Артур Шәйнуров Өфөләге Конгресс-холда үткән пленар ултырышта.

Документ машиналар эшләү һәм электр техникаһы, металлургия, еңел сәнәғәт, аҙыҡ-түлек сәнәғәте, төҙөлөш материалдарын етештереү, индустриаль һәм агросәнәғәт парктарын булдырыу өлкәләрендә ил төбәктәре һәм Аньхой провинцияһы араһында хеҙмәттәшлек булдырыуға һәм уны үҫтереүгә йүнәлтелгән. Уға ярашлы, яҡтар Рәсәй һәм Аньхой биләмәһендә урынлашҡан учреждениелар, ойошмалар һәм предприятиелар араһында үҙ-ара файҙалы экспорт-импорт һәм инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт менән алмашыуға булышлыҡ итәсәк.