Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Баш ҡала аэропортынан Белоярский ҡалаһына яңы льготалы рейс асыла

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфө аэропортынан Белоярский ҡалаһына яңы льготалы рейс асыла. Осоштар төбәк пассажирҙар ташыуҙы субсидиялау программаһы сиктәрендә планлаштырылған һәм 24 октябрҙән башлана.

Самолет Өфөнән дүшәмбе һәм шәмбе көндәрендә иртәнге 10 тула 15 минутта оса. Белоярскийҙан — урындағы ваҡыт буйынса көндөҙгө 3-сө 10 минутта. Рейстарҙы 48 пассажирға иҫәпләнгән Ан-24 һауа судноһы башҡара.

Осош өсөн минималь тариф 2980 һум тәшкил итә. Билдәләнгән тарифтарға өҫтәмә йыйымдар ҡаралмаған, тип хәбәр иттеләр Өфө аэропортының матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть