Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Өфөләге «Еңеү» кинотеатрында скульптура тергеҙелә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Өфөләге «Еңеү» кинотеатрында скульптура тергеҙелә. Бина алдындағы «Азат итеүсе яугир, эшсе һәм колхозсы» композицияһы 2000-2001 йылдарҙа реконструкциялағанда емерелгәйне. Хәҙер уны урынына кире ҡайтарырға хәл ителгән.

«Быйыл йәй Беренсе Май урамын төҙөкләндереү башланды. Скульптура һаҡланып ҡалған фотоһүрәттәр һәм һыҙымдар буйынса бағыусылар ярҙамында тергеҙелә. Асыу тантанаһы октябрь аҙағына билдәләнгән», — тип хәбәр иттеләр Калинин районы хакимиәтендә.

«Еңеү» кинотеатры 1945 йылдың 9 майында картуф баҫыуы урынында немец әсирҙәре көсө менән төҙөлә башлай. 1958 йылда ул киң экранлыға әүерелә, 2001 йылда цифрлы ҡорамалдар менән йыһазландырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть