9 декабрь, Йома

13 октябрь 2016 йыл, 10:04

Башҡорт дәүләт университеты һәм Наньчан университеты икеләтә диплом программаһын башларға ниәтләй

фото: Башҡорт дәүләт университеты сайтынан

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт дәүләт университеты һәм Наньчан университеты икеләтә диплом программаһын башларға һәм уҡытыусылар менән алмашырға ниәтләй. Наньчан университетының административ комитеты рәйесе Ху Юнсинь, дәүләт идара итеүе факультеты деканы Пэн Диюнь, сит телдәр факультеты деканы Лю Тин, биология фәндәре факультеты деканы Хун Ицзян һәм халыҡ-ара бәйләнештәр бүлеге етәксеһе урынбаҫары Инь Чжунлинь составындағы Ҡытай Халыҡ Республикаһы делегацияһының БДУ-ға сәфәре барышында ошо хаҡта һүҙ барҙы.

Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университеты һәм Наньчан университеты студенттарҙы ваҡытлыса бергә уҡытыу программаһын тормошҡа ашыра, киләсәктә башҡа йүнәлештәр буйынса хеҙмәттәшлек итеү ҡарала. Башҡорт дәүләт университеты ректоры Николай Морозкин әйтеүенсә, студенттар араһында ҡытай мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу арта, күптәр ҡытай телен өйрәнергә теләй. Хәҙер Наньчан университетының рус теле кафедраһы мөдире Чжан Мянь БДУ студенттарына ҡытай теленән белем бирә, Ҡытайҙа иһә Наньчан университеты студенттарын рус теленә БДУ-ның сит телдәр кафедраһы доценты Анна Рябцева өйрәтә.

Башҡорт дәүләт университеты менән ентеклерәк таныштырыу өсөн ғилми эштәр буйынса проректор Вадим Захаров ҡунаҡтарға университет тураһында видеояҙма күрһәтте. Ҡытайҙан килгән хеҙмәттәштәребеҙ ҙә үҙҙәренең уҡыу йорто менән таныштырҙы.