Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

29 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған өс ойошмаһы Рәсәй Президентының 8 миллион һумлыҡ грантын аласаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған өс ойошмаһы 2016 йылда Рәсәй Президентының гранттарын тапшырыу буйынса өсөнсө асыҡ конкурс йомғаҡтары ярашлы социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн финанслау аласаҡ. Атап әйткәндә, 3 миллион һумлыҡ грантты Йәмәғәт башланғыстарына ярҙам итеү төбәк йәмәғәт ойошмаһы отто. Аҡса Башҡортостандың социаль өлкә учреждениелары күрһәткән хеҙмәт сифатын бойондороҡһоҙ баһалауға йүнәлтелә.

Еңеүселәр иҫәбендә республиканың Хәйриә ойошмалары ассоциацияһы ла бар. Ошо коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ «Уңайлы белем биреү» проектын тормошҡа ашырыу өсөн 2 миллион һум аласаҡ.

Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының «Хеҙмәт кешеһе һәм закон» проектын тормошҡа ашырыу өсөн 3 миллион һум самаһы бүленә. Әлеге проект халыҡта күләгәле мәшғүллеккә ҡарата кире мөнәсәбәт булдырыуға, республикала йәшәүселәрҙең хоҡуҡи мәҙәниәт кимәлен күтәреүгә йүнәлтелә. Хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереүгә йүнәлтелгән проектты тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡатнаша.

Операторҙар 814 ғаризаны ҡарап, 138 проектты һайлап алған. Еңеүселәрҙең тулы исемлеге менән конкурстың сайтында танышырға мөмкин. Башҡа операторҙар өсөнсө конкурстың һөҙөмтәләрен 17 һәм 24 октябрҙә иғлан итә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть