Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Краснодарҙа Республика көнөн милли йыр-моңдар менән билдәләнеләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Краснодарҙа Башҡортостан Республикаһы көнө киң билдәләнде. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡумыҙҙа, ҡурайҙа һәм баянда милли көйҙәрҙе башҡарҙы. Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Краснодар крайының «Ағиҙел-К» башҡорт милли үҙәге ойошторған тантана барышында урындағы милли мәҙәниәт үҙәгендә үҙәк башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышы уҙҙы. Унда Анапа, Абинск, Армавир, Ейск, Крымск ҡалаларындағы башҡорт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, шулай уҡ Адыгей Республикаһынан һәм Ростов өлкәһенән саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.

Сәләмләү һүҙе менән Өфө ҡунағы — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкиле Алһыу Сирғәлина сығыш яһаны. Ул республиканың 100 йыллығына әҙерлек сиктәрендә йәмәғәт ойошмаһының эш йүнәлештәрен билдәләне.

Ултырышта Краснодар крайында Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайының филиалын асырға һәм илдең көньяғындағы башҡорттарҙың зона ҡоролтайын булдырырға хәл ителде.

Байрам мәҙәни программа менән тамамланды, унда Краснодарҙың һәм Анапаның үҙешмәкәр артистары ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть