5 декабрь, Дүшәмбе

12 октябрь 2016 йыл, 15:00

Өфөнөң «Телемарк» клубына «Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры» исеме бирелде

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Рәсәйҙең спорт министры Виталий Мутко Өфө дәүләт нефть техник университетының «Телемарк» спорт һәм бал бейеүҙәре клубына «Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры» исемен биреү тураһындағы приказға ҡул ҡуйҙы.

Коллектив халыҡ-ара бәйгеләрҙә уңыштары өсөн шундай юғары исемгә лайыҡ булған. 2015 йылда илдең вице-чемпионы булғас, Өфө дәүләт нефть техник университеты командаһы Германияла Спорт бейеүҙәре буйынса донъя чемпионатында Рәсәй исеменән сығыш яһау хоҡуғын алды. Ул саҡта донъя беренселегендә Германия, Чехия, Словакия, Нидерландтар, Румыния, Монголия, Венгрия илдәренән һәм, әлбиттә, Рәсәйҙән иң яҡшы 16 команда ҡатнашты.

Бер көн эсендә бейеүселәр өс тапҡыр үҙ программаһын башҡарҙы: һайлап алыу туры, ярымфинал һәм финал. Һөҙөмтәлә «Телемарк» дүртенсе урын алды.

«Телемарк» клубынан тыш, «Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры» исеме Эдуард Латиповҡа (биатлон), Тимур Захаровҡа (конькиҙа йүгереү спорты), Никита Головинға (полиатлон) һәм Карина Хәкимоваға (һаңғырауҙар спорты) бирелгән.