Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Дәүләкәндә Республика көнө уңайынан Башҡортостанда иң ҙур алма бәлеше бешерелде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Республика көнөндә Дәүләкәндә Башҡортостанда иң ҙур алма бәлеше бешерелде. Был хаҡта «Дәүләкән» телекомпанияһы директоры Екатерина Макиша хәбәр итте.

Бәлеште мәктәп туҡланыуы комбинаты директоры Ынйы Әхмәҙуллина етәкселегендә ҡала мәктәптәренең иң яҡшы 10 ашнаҡсыһы бешерҙе. Ҡамыр өсөн 200-ҙән ашыу йомортҡа, 20 килограмм шәкәр, 20 килограмм он һәм 20 килограмм алма кәрәк булды. Уның ауырлығы — 75 килограмдан ашыу.

Ҡала халҡы ярҙамы менән 17 мең һум аҡса йыйылды. Һатыуҙан килгән аҡса кескәй Кирилл Моревты дауалауға йүнәлтелде. Малай церебраль фалиж менән яфалана. Сабыйҙың ата-әсәһе Кирилды илдең реабилитация үҙәктәренә даими йөрөтә, ул бер нисә тапҡыр Ҡытайҙа дельфиндар менән дауалау курсын үткән.

Акцияны Дәүләкән районы хакимиәте, «Ҡотҡар мине» хәйриә фонды, Светлана һәм Вячеслав Шабалиндар, «Уҡыусы» мәктәп туҡланыуы комбинаты, Дәүләкән ҡалаһының йәмәғәт советы ойошторған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть