4 декабрь, Йәкшәмбе

12 октябрь 2016 йыл, 12:30

Өфөгә Чехия делегацияһы килде

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Республиканың баш ҡалаһына Чехияның рәсми делегацияһы килде. Уның составында Чехияның Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Владимир Ремек, Чехия Республикаһының ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ярослава Бенеш Шпалкова бар. Сәфәр барышында Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсенең республика етәкселеге менән осрашыуы ҡаралған.

Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиле Венер Ғәлиәкбәров хәбәр итеүенсә, ике көнлөк сәфәр программаһында — бизнес-форумда ҡатнашыу, Ҡырмыҫҡалы районындағы «Артемида» тоҡомсолоҡ хужалығына барыу. 12 октябрҙә республика Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачёв һәм Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов менән осрашыу планлаштырылған.