8 декабрь, Кесе йома

12 октябрь 2016 йыл, 11:37

Республикала инновация проекттары конкурсы финалсылары үҙҙәренең эше менән таныштыра

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 12 октябрҙә Өфөлә «Инновациялар буйынса белешмә 2.0» акселерация программаһы инновация проекттары конкурсының финалы уҙа. Программаның генераль партнёры — Рәсәй венчур компанияһы.

Финалда иң яҡшы 10 инновация-технологик проект һәм бизнес авторҙары сығыш яһай. Уларҙы эксперттар сентябрь айында Өфөлә үткән Демонстрация көндәре һөҙөмтәләре буйынса һайлап алған.

Конкурстың финалына сыҡҡан проекттарҙы «Сколково», Интернет инициативаларҙы үҫтереү фонды, Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһының инновациялы эшҡыуарлыҡты үҫтереү фонды етәкселәре юғары баһалаған. Проект авторҙары улар менән хеҙмәттәшлек итә башлаған.

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, бөтә проекттар ҙа Рәсәй венчур компанияһы ойошторған GenerationS-2016 федераль конкурсында ҡатнаша.

Ҡайһы бер проект авторҙары Инновацияларға ярҙам итеү фондының «УМНИК» һәм «СТАРТ» конкурстарына ғариза биргән.

«Инновациялар буйынса белешмә 2.0» акселерация программаһы — инновация проекттарын һәм яңы технологик бизнесты тиҙ үҫтереү, шулай уҡ уларҙың авторҙарын уҡытыу төбәк программаһы.

Башҡортостанда программа 2015 йылдан үткәрелә. Унда республика биләмәһендә тормошҡа ашырылған теләһә ниндәй стадиялағы һәм йүнәлештәге инновация проекттары авторҙары ҡатнаша ала.

Быйыл программа Рәсәй венчур компанияһы, «Сколково» фонды, Интернет инициативаларҙы үҫтереү фонды, Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды, шулай уҡ төбәктең инновациялы инфраструктура ойошмалары ярҙамында уҙғарыла.