Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө илдең иң төҙөк өс баш ҡалаһы иҫәбенә инде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Өфө иң төҙөк тораҡ пункт булараҡ өс еңеүсе ҡала иҫәбенә инде. Рәсәй Хөкүмәте 2015 йылда үткәрелгән «Рәсәйҙең иң төҙөк ҡала (ауыл) биләмәһе» Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтарын баҫтырып сығарҙы. Ил субъекттарының административ үҙәге булған ҡалалар араһында республикабыҙҙың баш ҡалаһы икенсе урын яуланы. Хабаровск ҡалаһы ла Өфө менән бер кимәлдә тора. Беренсе урында — Ставрополь, өсөнсөлә — Красноярск.

Дмитрий Медведев Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына конкурс еңеүселәренә Рәсәй Хөкүмәте дипломдарын тапшырырға ҡушты.

Конкурс алты категория буйынса йыл һайын үткәрелә. Призлы урын алған муниципаль берәмектәргә Рәсәй Хөкүмәте дипломдары тапшырыла. Бәйге торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү һәм биләмәләрҙең төҙөклөгөн тәьмин итеү мәсьәләләрендә урындағы үҙидара органдарын әүҙемләштереүгә йүнәлтелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть