Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Дмитрий Медведев «Башнефт»те һатыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев «Башнефт»тең дәүләт ҡарамағында булған 50,075 процент акцияларын 329,7 миллиард һумға «Роснефть» компанияһына һатыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Федераль киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, түләү 14 октябргә тиклем башҡарылырға тейеш.

«Бөгөн мин «Башнефть» акционер нефть компанияһының 50,075 процент акцияларын һатыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙым. Уны 329,690 миллиард һумға «Роснефть» нефть компанияһы һатып ала», — тип хәбәр итте Дмитрий Медведев вице-премьерҙар менән осрашыуҙа.

Уның әйтеүенсә, «Башнефт»тең дәүләт ҡарамағында булған акцияларын һатыуҙан килгән аҡса 2016 йылғы бюджетҡа йүнәлтелә.

Теги: башнефть
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть