9 декабрь, Йома

10 октябрь 2016 йыл, 16:49

Баш ҡалала журналистарға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия тапшырылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн республика Хөкүмәтендә 2016 йыл өсөн журналистика өлкәһендә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Комиссия конкурсҡа тәҡдим ителгән туғыҙ дәғүәсенең өсәүһен һайлап алды.

«Шәһит Хоҙайбирҙин премияһы менән ғүмерен журналистикаға арнаған кешеләр бүләкләнә. Ул шуның менән әһәмиәтле һәм ҡиммәтле. Дәғүәселәрҙең һәр береһе лайыҡлы, әммә быйыл комиссияның фекере бер булды һәм беҙ еңеүселәрҙе һис бер ауырлыҡһыҙ билдәләнек», — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, премия тапшырыу буйынса комиссия рәйесе Салауат Сәғитов.

2016 йылғы премия лауреаттарының береһе — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов тураһында билдәһеҙ факттарҙы асҡан материалдар авторы, «Российская газета» редакцияһының Өфө филиалындағы өлкән хәбәрсеһе Гөлназ Данилова.

«Хеҙмәтемде юғары баһалағандары өсөн рәхмәт. Мин атайым — танылған яҙыусы һәм журналист Булат Рафиҡовҡа бик рәхмәтлемен. Тап ул мине һәм апайымды ныҡлы характер һәм рух ныҡлығы кәрәк булған һөнәргә өйрәтте, — тине үҙ сығышында Гөлназ Данилова. — Мәҡәләләремдең темаһы бала саҡ менән бәйле. Геройҙарыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтарын танырға, тарихи ғәҙеллекте тергеҙергә кәрәк — бына ошо һәр саҡ төп фекер булып яңғыраны. Был ябай һүҙҙәр генә түгел, рухи бәйләнеш. Генералдың шәхесенә, тарихҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу бөтмәҫ, дауам итер, тип ышанам».

«Башҡортостан» ДУП ТРК-һы телевидение студияһының тыуған яҡты өйрәнеү программалары бүлеге етәксеһе Гүзәл Хәмитова премияға «Эҙәрмән», «Позывной «Барс», «Мистик Башҡортостан» тапшырыуҙар циклы өсөн лайыҡ булды.

«Беҙҙең бер генә күрһәткес — эфир. Ҡаты шарттарҙа эшләп, ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар төшөрөргә тырышабыҙ. Күптәр матур, бай республикабыҙҙа йәшәп тә ҡайҙа барырға мөмкин икәнлеген, ниндәй тәбиғәт объекттары барлығын белмәй, — ти Гүзәл Хәмитова. — Бынан тыш, журналист булараҡ, проблемаларҙы ла күтәрергә тейешбеҙ. Барыбыҙ ҙа ғорурланған Бөрйән бал ҡорто, Ирәмәлдәге юғалыр сиккә еткән үҙенсәлекле алтын тамыр дарыу үләне, ирей башлаған Асҡын боҙ мәмерйәһе. Бындай проблемалар байтаҡ, һәм мин Башҡортостан юлдаш телеканалы коллективына уңайлы эшләү мөмкинлеге һәм яҡшы техник база өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен».

«Киске Өфө» гәзите хәбәрсеһе Фәүзиә Мөхәмәтшина 36 йыл ғүмерен журналистикаға арнаған. Үҙе өсөн оҫталыҡ мәктәбенә әүерелгән «Башҡортостан» гәзитендә лә эшләгән. Бөгөн уның аналитик мәҡәләләре замандың көнүҙәк мәсьәләләрен күтәрә. «Ижади мөхит булдырылған «Киске Өфө» гәзитендә минең икенсе һулышым асылды», — тине лауреат бүләкләү тантанаһында.