10 декабрь, Шәмбе

10 октябрь 2016 йыл, 14:20

Республика көнөндә өфөләрҙе ҙур ауыл хужалығы йәрминкәһенә саҡыралар

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 11 октябрҙә Өфөләге Спорт һарайы алдындағы майҙанда ҙур ауыл хужалығы йәрминкәһе уҙа. Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, йәрминкә Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларацияһын ҡабул итеүгә арналған байрам саралары сиктәрендә ойошторола.

Өфөләргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына республика ауыл хужалығы етештереүселәренең, шулай уҡ йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларының продукцияһы тәҡдим ителә.

Баш ҡалала көн һайын фермер йәрминкәләре эшләй. Улар Спорт һарайы алдындағы майҙанда, Эшсе хәбәрселәр урамында, «Көньяҡ» баҙарында, «Меркурий» сауҙа үҙәге, «Тирәктәр» сауҙа йорто алдында, шулай уҡ «Юлдаш» сауҙа комплексы биләмәһендә урынлашҡан. Бында фермерҙар, шәхси хужалыҡтар, республиканың эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиелары һәм баҡсасылар үҙ продукцияһын һата.