6 декабрь, Шишәмбе

10 октябрь 2016 йыл, 13:01

Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре халыҡ-ара күләмендәге көҙгө вики-марафондарҙа ҡатнаша

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре көҙгө ижади бәйге вики-марафондарында әүҙем ҡатнаша. 30 сентябрҙә мәҙәни мираҫ объекттарына арналған «Вики һәйкәлдәр ярата» халыҡ-ара фотоконкурсы тамамланды. 11 октябрҙә Башҡортостанға бағышланған мәҡәләләр яҙыу һәм мөхәррирләү, рәсемдәр өҫтәү буйынса «Башҡортостан айлығы» конкурсына йомғаҡ яһала. Башҡортостан темаһы «Вики-Урал 2016» (15 сентябрь — 15 декабрь) һәм «Азия айлығы 2016»(1 — 30 ноябрь) халыҡ-ара вики-марафондарҙа ла сағылыш тапҡан.

«Башҡортостан ирекмәндәре халыҡ-ара вики-марафондарҙа ҡатнашып ҡына ҡалмай, үҙҙәре лә конкурс ойоштора. Быйыл беҙ биш этаптан торған «Башҡортостан 100» супер вики-марафонын үткәрәбеҙ. Унда төрлө тел бүлектәре мөхәррирҙәре ҡатнаша ала. Йөҙҙән кәм булмаған мәҡәлә авторҙары супер еңеүсе тип таныла. Еңеүселәргә бүләк — башҡорт балы. Сараның партнерҙары һәм бағыусылары үҙҙәренең номинацияһын һәм бүләген теләһә ҡайһы этапта иғлан итә ала. Супер вики-марафондың тәүге этабы «Башҡортостан айлығы» конкурсы менән бер үк ваҡытта башланды һәм ағымдағы йылдың 20 декабрендә тамамлана», — тип һөйләне Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыев.