9 декабрь, Йома

10 октябрь 2016 йыл, 12:13

Был аҙнала төбәктә көндәр һалҡынайта

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы хәбәр итеүенсә, был аҙнала Башҡортостанда һауа температураһының түбәнәйеүе дауам итә. Синоптиктар быны Урал биләмәһенә арктик һауаның үтеп инеүе менән аңлата.

Һауа температураһы төндә 0,-5, аяҙайтҡанда -10, көндөҙ 0,+5 градус буласаҡ. Урыны менән епшек ҡар яуасаҡ. Боҙлауыҡ булыуы һәм ваҡытлыса ҡар ятыуы ихтимал. Төбәктә 7-10 ноябрҙә ҡар ятырға тейеш.