3 декабрь, Шәмбе

10 октябрь 2016 йыл, 11:27

Өфөлә Интернациональ урамының яңы участкаһы асылды

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 7 октябрҙә Өфөлә мөһим инфраструктура объектын – Машина эшләүселәр урамынан алып Вологда урамына тиклемге участкала Интернациональ урамының дауамын асыу тантанаһы булды. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡала халҡын ошо шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотланы.

– Бөгөн Өфөлә икенсе тантаналы ваҡиға. Иртән Затон күперен астыҡ. Ошо һәйбәт ҡоролма 5 миллиард һум самаһы тора, – тине төбәк етәксеһе. – Хәҙер беҙ Интернациональ урамының яңы участкаһын асабыҙ. Хаҡы – яҡынса 240 миллион һум, был да аҙ аҡса түгел.

Яңы участканы файҙаланыуға тапшырыу Өфөнөң төньяҡ райондарындағы урамдарҙа хәрәкәтте кәметергә һәм ҡаланың географик үҙәген (Октябрь проспекты) Өфө – Шакша трассаһы менән тоташтырырға мөмкинлек бирә. Шул рәүешле автотранспорттың Силәбе яғынан ҡаршылыҡһыҙ хәрәкәте өсөн шарттар булдырылған.

Әлеге объектты 1970 йылдарҙан проектларға тырышһалар ҙа, ҡала хеҙмәттәре проектты 2014 йылда ғына тормошҡа ашыра башланы.

Интернациональ урамының дауамын төҙөүгә әҙерләнеү барышында 630 металл гараждар емерелде, ямғыр канализацияһы төҙөлдө, инженер селтәрҙәре үткәрелде. Бында шулай уҡ газондар һәм велосипед юлдары ҡаралған. Участкала юл-дублёр ҙа төҙөлгән, ошо юл буйынса эргә-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәр үҙ ихаталарына ҡаршылыҡһыҙ инә ала. Урамда 107 яҡтыртыу ҡоролмаһы урынлаштырылған.

Яңы юлда дүрт һыҙатлы хәрәкәт ойошторолған.

– Пландарыбыҙ һәйбәт. Интернациональ урамын Ағиҙел йылғаһына тиклем төҙөп бөтөргә теләйбеҙ. Артабан Ағиҙел аша М-7 трассаһына сығырға мөмкинлек биргән яңы күпер һалынасаҡ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Ошо юл һеҙгә оҡшар, тип ышанам. Был һәйбәт һәм кәрәкле объект. Ҡотлайым! Төҙөүселәргә, проектлаусыларға, ошо объектта эшләгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт.