5 декабрь, Дүшәмбе

10 октябрь 2016 йыл, 10:05

Рөстәм Хәмитов һәм Максим Соколов «Өфө» халыҡ-ара аэропортын реконструкциялау барышы менән танышты

фото: Олег Яровиков, Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 7 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм илдең транспорт министры Максим Соколов «Өфө» халыҡ-ара аэропортын реконструкциялау барышы менән танышты.      

Аэропорттың генераль директоры Александр Андреев әйтеүенсә, эске авиалинияларҙың яңы терминалын проектлау былтыр башланды. Ул ике этапта ғәмәлдәге аэропорт режимында реконструкциялана. Яңы терминалды 2019 йылда файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Был сәғәтенә 600-ҙән 1,2 мең кешене үткәреү һәләтен арттырырға, шулай уҡ пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифатын яңы кимәлгә күтәрергә мөмкинлек бирәсәк. Эске авиалиниялар терминалын реконструкциялауҙың хаҡы – яҡынса 2 миллиард һум.

Төҙөкләндереү эштәре тамамланғас, эске һәм халыҡ-ара терминал сәғәтенә 2000 пассажирҙы үткәреү һәләтенә эйә булған берҙәм архитектура комплексына берләштерелә.

Әлеге ваҡытта аэродром комплексын реконструкциялауҙың икенсе этабы тамамланған. Уға осоу-ултырыу һыҙатын реконструкциялау, перронды нығытыу, яҡтыртыу ҡорамалдарын яңыртыу инде.

Аэропорт Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттары тамамланғандан һуң пассажирҙар ташыу күләмен һаҡлап ҡалыуға өлгәште, тип билдәләне Александр Андреев. Волга буйы федераль округында пассажирҙар ташыуҙың яҡынса 30 проценты Өфө аэропортына тура килә. 2016 йылдың туғыҙ айында 2 миллиондан ашыу пассажир хеҙмәтләндерелгән. Етештереү күрһәткестәре буйынса аэропорт илдең ҙур ун аэропорты иҫәбенә инә.

Рөстәм Хәмитов һәм Максим Соколов реконструкцияланған осоу-ултырыу һыҙатын ҡараны. Уны яңыртыу барышында һыҙаттың япмаһы яңыға алмаштырылды. Аэропорт Boeing 747, Boeing 777, «Руслан», Airbus A330 кеүек һауа судноларын ҡабул итә ала.