4 декабрь, Йәкшәмбе

07 октябрь 2016 йыл, 17:03

Людмила Мизонова Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

фото: Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән төбәктең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары итеп Людмила Мизонова тәғәйенләнде.

Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ул республикала административ реформа үткәреү өсөн яуап бирә.

Людмила Вячеславовна Мизонова 1977 йылда Ульяновскиҙа тыуған. 1999 йылда И.Н.Ульянов исемендәге Ульяновск дәүләт педагогия университетын, 2006 йылда Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.

2002-2005 йылдарҙа Башҡортостан Юстиция министрлығы ҡарамағындағы Дәүләт теркәү палатаһы Өфө район-ара филиалында күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы теркәү буйынса төп белгес булып эшләй. Һуңғы йылдарҙа дәүләт структураларында етәксе вазифалар биләй. 2013-2016 йылдарҙа Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары була.