3 декабрь, Шәмбе

07 октябрь 2016 йыл, 15:27

2017 йылға БДИ һәм ТДИ теҙмәһе билдәле булды

фото: Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең сайтынан

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2017 йылға БДИ һәм ТДИ теҙмәһе билдәле булды. Теҙмәнең яңыртылған проектын Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт әҙерләгән. Документҡа ярашлы, имтихандар алдан, төп һәм өҫтәмә этапта уҙғарыла.

Берҙәм дәүләт имтиханын алдан тапшырыу этабы — 14 марттан 7 апрелгә, төп этап 29 майҙан 30 июнгә тиклем дауам итә. Рус теле һәм математика буйынса база кимәлендәге имтиханды өҫтәмә этапта — 4-15 сентябрҙә лә тапшырырға мөмкин.

Туғыҙынсы класты тамамлаусылар өсөн төп дәүләт имтиханы 20 апрелдән 6 майға, 26 майҙан 24 июнгә тиклем һәм 4-21 сентябрҙә ойошторола.

2016 йылдағы кеүек теҙмәлә бөтә предметтар буйынса имтихандар үткәреү өсөн өҫтәмә резерв көн ҡаралған. Ул теге йәки был сәбәп буйынса төп йәки резерв көндә имтиханда ҡатнаша алмаған уҡыусыларға кәрәк, тип аңлатма бирә Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең матбуғат хеҙмәте.