Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала яңы Затон күпере асылды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Өфөлә яңы Затон күперен асыу тантанаһы үтте. Сарала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов ҡатнашты.

Өфөлә Затон күпере — «Платон» системаһына йыйылған аҡса иҫәбенә төҙөлгән тәүге төбәк күпере. Башҡортостан үҙенсәлекле яһалма ҡоролмалар төҙөү өсөн федераль ҡаҙнанан аҡса алған беренсе төбәктәрҙең береһе булды. Проекттың хаҡы 5 миллиард һум самаһы тәшкил итте.

Күперҙең оҙонлоғо — 836 метр. Бында өс һыҙатлы хәрәкәт ойошторолған.

Күләмле проектты тормошҡа ашырыу М-5 «Урал» һәм М-7 «Волга» федераль трассалары араһында уңайлы транспорт бәйләнешен тәьмин итәсәк.

Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, яңы күперҙе файҙаланыуға тапшырыу Затон, Көнсығыш Затон биҫтәләрен, Романовка һәм Миловка ауылдарын транспорт менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.

Көнбайыш йүнәлешендә үткәреү һәләтен арттырыу юлға ваҡытты кәметә. Был үҙ сиратында автомобилдәрҙең атмосфера һауаһына бүлеп сығарған зарарлы матдәләр күләмен кәметәсәк һәм Өфөләге экологик хәлде яҡшыртасаҡ.

Өфөләге Затон күпере үҙенсәлекле яһалма ҡоролмалар иҫәбенә ингән. Рәсәй Хөкүмәте бойороғона ярашлы бындай ҡоролмалар төҙөүгә һәм ғәмәлдәгеләрен төҙөкләндереүгә 12 миллиард һум аҡса бүленгән. Башҡортостан иһә уның 1,5 миллиард һумын алды. Дөйөм алғанда, дәүләт ҡаҙнаһынан йүнәлтелгән аҡсаға 19 төбәктәге 31 күперҙе реконструкциялау ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть