10 декабрь, Шәмбе

07 октябрь 2016 йыл, 12:38

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан халҡын Республика көнө менән ҡотланы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 6 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. Сара Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙҙы.

Төбәк Башлығы республикала йәшәүселәрҙе байрам менән ҡотланы һәм социаль-иҡтисади үҫешкә йомғаҡ яһаны.

– 2010 йылдан Башҡортостан сәнәғәте сиреккә, быйыл һигеҙ айҙа йәнә ике процентҡа күтәрелде. Иҡтисадҡа капитал һалыуҙар ике тапҡырға – 154-тән 317 миллиард һумға тиерлек артты. Алтмыштан ашыу ҙур инвестиция проекттары тормошҡа ашырылды. Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында республика 40-сы урындан 20-гә күтәрелде, – тине Рөстәм Хәмитов. – Алдынғы предприятиеларҙа, тәү сиратта яғыулыҡ-энергетика комплексында етештереү киңәйтелде һәм яңыртылды. Ағас эшкәртеү, руда сәнәғәте, агросәнәғәт комплексы өлкәһендә әһәмиәтле проекттар тормошҡа ашырыла.

Башҡортостан етәксеһе республиканың 100 йыллығына әҙерлек тураһында һөйләне һәм юбилей сараларының өҫтөнлөклө бурыстарын билдәләне.

– Юбилей – алға барыу, ресурстар йәлеп итеүгә бер этәргес ул, – тине Рөстәм Хәмитов. – Иң мөһиме – юбилей халыҡты берләштерһен, рухландырһын, беҙҙең дөйөм байрамыбыҙға әүерелһен, һәр кем уға үҙенең ҡатнашлығын тойһон, тыуған төйәктең яҙмышында үҙенең ролен аңлаһын ине.

Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, республиканың юбилейына әҙерлек барышында Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреү тәжрибәһен иҫәпкә алырға кәрәк.

– Бер йыл элек илебеҙҙе халыҡ-ара форумдарҙа ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар алдында лайыҡлы күрһәтергә әҙерләндек. Хәҙер беҙ республикабыҙ өсөн яуап бирәбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Барыһын да Республика көнө менән ихлас ҡотлайым. Үҙегеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә һаулыҡ һәм именлек, изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!

Йыйылыш Башҡортостандың ижади коллективтары концерты менән тамамланды.