4 декабрь, Йәкшәмбе

07 октябрь 2016 йыл, 11:51

«Өфө» аэропортында яңыртылған осоу һыҙатына тәүгеләрҙән булып Boeing 777-200 ултырҙы

фото: «Өфө» аэропортының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. «Өфө» аэропортында яңыртылған осоу һыҙатына тәүгеләрҙән булып Мәскәүҙең «Шереметьево» аэропортынан транзит рейсын башҡарған киң фюзеляжлы Boeing 777-200 ултырҙы. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына баш ҡала аэропортының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Һыҙатты реконструкциялау йыл ярымдан ашыу дауам итте. Яңыртыу барышында япма тулыһынса яңы бетонға алмаштырылды. Бындай япманы файҙаланыу ваҡыты — 20 йыл.

Һыҙаттың оҙонлоғо һәм киңлеге элеккесә ҡалған. Уның ҡарауы, аэропорт Boeing 747, Boeing 777, «Руслан», Airbus A330 кеүек һауа судноларын ҡабул итә ала.

«Яңыртыу бөтә аэродром объекттарын файҙалы ҡулланыу коэффициентын арттырырға мөмкинлек бирәсәк һәм алдағы 15-20 йылда аэропорттың үткәреү һәләтен күтәреүҙе тәьмин итәсәк, — тине баш ҡала аэропортының генераль директоры Александр Андреев. — Бөгөн илдәге иң яҡшы аэродромдарҙың береһе Өфөлә урынлашҡан тип әйтергә була».