Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан буйынса ЮХХДИ автобус водителдәренә видеокүҙәтеү ойошторҙо

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығы автобус водителдәренә видеокүҙәтеү ойошторҙо. Был эш даими буласаҡ, тип яҙҙы үҙенең блогында республиканың баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов.

Йәшерен контроль пассажир транспорты водителдәренең юл ҡағиҙәләрен нисек үтәүен күҙәтеү өсөн ойошторолған.

ЮХХДИ-һы экипажы маршрут башланғандан алып автобустың бөтә юлын видеорегистраторға төшөрә. Һуңғы туҡталышта водитель  ҡағиҙәләрҙе боҙоу осраҡтарын ҡарай ала.

Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексына ярашлы юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн ҡарарҙар сығарыла.

Теги: юххди
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть