8 декабрь, Кесе йома

06 октябрь 2016 йыл, 17:16

Төбәктә бәлиғ булмағандар өсөн «комендант сәғәте» ҡышҡы ваҡытҡа күсте

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 1 октябрҙән Башҡортостанда бәлиғ булмағандар өсөн «комендант сәғәте» ҡышҡы ваҡытҡа күсте. «Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы законына ярашлы, 18 йәше тулмаған балаларға төндә ата-әсәһеҙ йәмәғәт урындарында йөрөү тыйыла. Көҙгө-ҡышҡы осорҙа «комендант сәғәте» киске сәғәт 10-дан иртәнге 6-ға тиклем дауам итә.

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, йәмәғәт урындарына урамдар, стадиондар, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, парктар, зыяраттар, ихаталар, шулай уҡ лифттар, подъездар ҡарай. Бынан тыш, балалар вокзалға, аэропортҡа барырға, йәмәғәт транспортында йөрөргә тейеш түгел.

«Комендант сәғәте» ҡағиҙәләрен боҙған өсөн шелтә биреү йәки административ штраф һалыу ҡаралған.

Балалар өсөн «комендант сәғәте» бәлиғ булмағандарҙы яҡлау сараларының береһе булып тора. Ул үҫмерҙәр енәйәтселеген кәметеүгә иҫәпләнгән һәм уларҙың хоҡуҡтарын, мәнфәғәттәрен яҡлауға йүнәлтелгән.