2 декабрь, Йома

06 октябрь 2016 йыл, 16:07

Башҡортостан парламентарийҙары йәшәү минимумын һигеҙ меңгә тиклем арттырырға теләй

фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Профилле комитет ултырышында Башҡортостан парламентарийҙары йәшәү минимумын арттырыу тураһында төҙәтмәләрҙе хупланы. Проект 2017 йылда пенсионер өсөн ошо дәүмәлде 8015 һум күләмендә билдәләүҙе күҙ уңында тота. Ошо һандан пенсияға социаль өҫтәмәләр билдәләнә, тип аңлатма бирҙеләр төбәк парламентының матбуғат хеҙмәтендә.

Закон проекты Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитет ултырышында ҡаралды. Депутаттар «Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында»ғы Башҡортостан Законына ла үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итте. Улар СССР-ҙың йәки Рәсәйҙең маҡтаулы исемдәре, орден-миҙалдары, шулай уҡ ведомстволарҙың отличие билдәһе менән бүләкләнеүселәр өсөн «Хеҙмәт ветераны» исемен биреүгә талаптарҙы аныҡлай.

Депутаттар ҡан донорлығы тураһындағы законға үҙгәрештәр индереүҙе күҙ уңында тотҡан проектты тәүге уҡыуҙа ҡарарға тәҡдим итте. Үҙгәрештәр ҡан биреү хеҙмәте структураһын билдәләгән нормаға индерелә.

Депутаттар комитеттың Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы бишенсе саҡырылыш Йәштәр йәмәғәт палатаһы составына тәҡдим иткән кандидатураларын хупланы.