6 декабрь, Шишәмбе

06 октябрь 2016 йыл, 15:35

Республиканың ҡайһы мәктәптәре Рәсәйҙә иң яҡшылар исемлегенә инеүе билдәле булды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандағы 12 гимназия һәм лицей илдең иң яҡшы 500 белем биреү ойошмаһы исемлегенә инде. Улар 2015-2016 уҡыу йылында юғары һөҙөмтәләр күрһәтте. Мәктәптәрҙең исемлеге Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында баҫылған.

Исемлектә Өфөләге 39-сы, 64-се, 9-сы һәм 93-сө гимназиялар, шулай уҡ 153-сө лицей, Октябрьскийҙағы 2-се һәм 3-сө гимназиялар, Стәрлетамаҡтағы 3-сө башҡорт лицей-интернаты һәм 1-се гимназия, Салауаттағы 1-лицей, Нефтекамалағы 1-се гимназия һәм 1-се лицей бар.

Бынан тыш, Өфөләге 39-сы гимназия, 153-сө лицей һәм Стәрлетамаҡтағы 3-сө башҡорт-лицей интернаты «Уҡыусыларҙың һәләттәрен үҫтереү өсөн яҡшы мөмкинлектәр тыуҙырған 200 дөйөм белем биреү ойошмаһы» исемлегенә инде.