11 декабрь, Йәкшәмбе

06 октябрь 2016 йыл, 14:54

«Башҡортостан — бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү биләмәһе» проекты илдә иң яҡшыһы тип танылды

фото: Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығы

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Мәскәүҙә Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков етәкселегендәге идара итеү командаһы «Башҡортостан — бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү биләмәһе» тигән проектын уңышлы яҡланы. Онлайн тауыш биреү барышында проект тәҡдим ителгән эштәр араһында иң яҡшыһы тип танылды.

Проектты яҡлау Стратегик башланғыстар агентлығының «Идара итеү оҫталығы: төбәк командаларын үҫтереү» мәғариф программаһы сиктәрендә үтте.

Башҡортостан командаһы тәҡдим иткән проектта төбәктә инвестиция мөхитен яҡшыртыу, алдағы йылдарҙа эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса төп йүнәлештәр билдәләнгән. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса тәҡдимдәр моноҡалаларҙы үҫтереүҙең комплекслы программаларын әҙерләүҙе, муниципаль берәмектәрҙең маркетинг карталарын булдырыуҙы үҙ эсенә ала, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.