5 декабрь, Дүшәмбе

06 октябрь 2016 йыл, 14:32

ТӨРКСОЙ-ҙың гала-концерттарында республика исеменән «Ятаған» этно-төркөмө сығыш яһай

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. ТӨРКСОЙ-ҙың гала-концерттарында Башҡортостан исеменән «Ятаған» этно-төркөмө сығыш яһай. Музыканттар айырым да, берләштерелгән оркестр менән дә уйнай. Башҡортостан артистары халыҡ-ара проектта ҡатнашҡандары өсөн диплом менән бүләкләнде.

Төрлө ҡалаларҙа һәм илдәрҙә сәнғәт оҫталары ҡатнашлығындағы концерттар төрки илдәре бойондороҡһоҙлоғоноң 25 йыллығына арналған. Тәүге концерт 27 сентябрҙә Ҡаҙағстандың Талдыҡурған ҡалаһында уҙҙы. 3 октябрҙә программа Анкарала Президент симфоник оркестрының концерт залында күрһәтелде. Унда 10 илдең артистары сығыш яһаны. Йыйылыусыларҙы ТӨРКСОЙ-ҙың Генераль секретары Дүсән Касеинов сәләмләне. Артабан артистарҙы Измир (Төркиә) һәм Гирне (Төньяҡ Кипр) көтә.

Концерт программаһында төрки донъяһының сәнғәт оҫталары: Азербайжандың атҡаҙанған артисы Сабина Вахабзаде, Эльгиз Элиев һәм «Мугам» триоһы (Азербайжан), Жанар Дугалова (Ҡаҙағстан), Адилет Азимов (Ҡырғыҙстан), дойрала уйнаусы Ровшанжон Юнысов (Үзбәкстан), Измир дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле солистары (Төркиә), виртуоз баянсы Айҙар Вәлиев (Татарстан), «Ятаған» этно-төркөмө һәм ҡурайсы Юлай Ҡасимов (Башҡортостан), хомуста уйнау оҫтаһы Юлияна Кривошапкина (Саха-Яҡут), өҙләүсе Монге Монгуш (Тыва), Игорь Подгореану (Гагаузия, Молдова), Нямьяцан Гальсаньямц (Монголия) һәм башҡа артистар ҡатнаша.

2016 йылда Азербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан һәм Үзбәкстандың бойондороҡһоҙлоғоноң 25 йыллығын байрам итеү тураһында ҡарар ТӨРКСОЙ Даими советының XXXIII ултырышында ҡабул ителде. Йыл дауамында бер нисә халыҡ-ара проект тормошҡа ашырыла.