4 декабрь, Йәкшәмбе

06 октябрь 2016 йыл, 13:22

Өфө тимер юл вокзалы «Рәсәйҙең транспорт хәүефһеҙлеге-2016» конкурсында икенсе урын яуланы

фото: Куйбышев тимер юлы

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфө тимер юл вокзалы «Рәсәйҙең транспорт хәүефһеҙлеге-2016» конкурсында Ҡазандан ҡала икенсе урын яуланы. Куйбышев тимер юлы Башҡортостан бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Өфө вокзалында яңы хәүефһеҙлек системаһы ҡуйылған.

«Станцияның бөтә биналары, вокзал яны майҙандары һәм перрондар видеокүҙәтеү камералары менән йыһазландырылған. Бында тәүлек әйләнәһенә полиция һәм шәхси һаҡ агентлығы хеҙмәткәрҙәре дежур итә. Беҙ көн һайын 40-тан ашыу алыҫ араға йөрөүсе поездарҙы һәм 50-гә яҡын ҡала яны электричкаларын хеҙмәтләндерәбеҙ», — тип һөйләнеләр Өфө вокзалы дирекцияһында.