10 декабрь, Шәмбе

06 октябрь 2016 йыл, 12:57

Мәскәүҙә республиканың беренсе курс студенттары өсөн «Студентлыҡҡа бағышлау» кисәһе уҙҙы

фото: Александра Волохина

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлсәсәк Ханнанова, Александра Волохина/. Мәскәүҙә, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә быйыл илдең баш ҡалаһындағы юғары уҡыу йорттарына ингән республика студенттары өсөн «Студентлыҡҡа бағышлау» кисәһе уҙҙы. Сараны Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы ойошторҙо. Улар ҡатнашыусылар өсөн квест формаһында команда уйынын әҙерләгәйне.

Командалар карта буйынса станцияларҙы табып, унда бирелгән ижади һәм интеллектуаль эштәрҙе башҡарҙы. Студенттар тарих һәм мәҙәниәт тураһында һорауҙарға яуап бирҙе, етеҙлектә һәм зирәклектә көс һынашты, йыр-моңға һәләтен күрһәтте. Уйын барышында беренсе курс студенттары Мәскәү тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алды, иң мөһиме — яңы дуҫтар тапты.

Йыл һайын Башҡортостандан 300-гә яҡын мәктәп тамамлаусы Мәскәү вуздарына уҡырға инә. Студенттарҙың йәмәғәт ойошмаһында ҡатнашыусылар иһә яҡташтарына баш ҡала ритмына һәм уҡыу йорттарының талаптарына яраҡлашырға ярҙам итә. Ассоциация етәксеһе Азат Бадранов һөйләүенсә, һуңғы йылдарҙа республика студенттары техник вуздарға өҫтөнлөк бирә. Шулай уҡ баш ҡаланың медицина уҡыу йорттары — И.М.Сеченов исемендәге беренсе Мәскәү дәүләт медицина университеты, Н.И.Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеүҙәр медицина университеты бик популяр. Күптәр С. Орджоникидзе исемендәге Рәсәй дәүләт геология-разведкалау университетында белем ала. Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтында дипломатияны өйрәнеүселәр ҙә бар. Әлеге ваҡытта Мәскәүҙә Башҡортостандан 4000 самаһы студент уҡый, иң тырыштары республика Башлығының исемле стипендияһын ала. Йыл һайын байтаҡ студенттар Европала һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азияла стажировка үтеү өсөн грантҡа лайыҡ була, ҡайһы берҙәре шунда уҡыуҙарын дауам итә. Әммә күптәре Башҡортостанға ҡайта йәки ҡайтырға ниәтләй.