Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә «50 плюс. Һаулыҡ һәм оҙон ғүмерлелек» күргәҙмәһендә Пенсия фонды пункты эшләй

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Өфөләге «ВДНХ-Экспо» комплексында асылған «50 плюс. Һаулыҡ һәм оҙон ғүмерлелек» күргәҙмәһендә Пенсия фонды пункты эшләй.

Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе ошо күргәҙмәнең эшендә бишенсе йыл рәттән ҡатнаша.

«Төп маҡсатыбыҙ — оло йәштәге кешеләрҙең пенсия һәм социаль грамоталылығын күтәреү, пенсия менән тәьмин итеүҙе ойоштороу өлкәһендә технологик ҡаҙаныштарҙы һәм «Граждандың шәхси кабинеты»ның мөмкинлектәрен күрһәтеү, — тине Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат секретары Эльвира Фазлетдинова. — Консультация биреү пункты Пенсия фондының хеҙмәттәре тураһында ентекле мәғлүмәттәр, шулай уҡ тематик брошюралар менән таныштыра».

Бында Рәсәйҙең берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталында, Берҙәм идентификация һәм аутентификация системаһында теркәлергә мөмкин. Бының өсөн паспорт һәм мотлаҡ пенсия страховкалау таныҡлығы кәрәк.

Интернет аша дәүләт хеҙмәттәрен алыу өсөн Рәсәйҙең берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталында теркәлеү зарур. Электрон төрҙә сит ил паспортын, ЮХХДИ-һы штрафтары тураһында мәғлүмәттәр алырға, балаларҙы мәктәпкә һәм балалар баҡсаларына, поликлиникаға яҙҙырырға мөмкин. Портал аша Пенсия фонды ҡарамағында булған бик күп дәүләт хеҙмәттәрен алырға була.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть