Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда вакансияларҙың күбеһе һатыу өлкәһенә тура килә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Эш һәм хеҙмәткәрҙәр эҙләү буйынса HeadHunter сайты ошо йылдың III кварталында Башҡортостандағы сайтта урынлаштырылған вакансиялар һәм резюмеларҙы тикшергән.

Асыҡланыуынса, вакансиялар һаны буйынса тәүге өс лидер үҙгәрмәгән: «Һатыу», «Банктар» һәм «Етештереү» — 35, 12 һәм 11 процент.

«Өсөнсө кварталда тәҡдимдәр һаны буйынса «Автомобиль бизнесы» (106 процент), «Административ персонал» (105 процент), «Транспорт, логистика» (93 процент) өлкәләре әүҙемләшкән. Төбәктә вакансиялар һаны былтырғы мәғлүмәттәр менән сағыштырғанда 24 процентҡа артҡан», — тип хәбәр итте Урал федераль округы буйынса HeadHunter матбуғат хеҙмәте етәксеһе Елана Таращук.

Өсөнсө кварталда эш эҙләүселәр һаны ике процентҡа артҡан. Иң әүҙем кандидаттар — «Спорт, фитнес, матурлыҡ салондары» (+21 процент), «Страховкалау (+20 процент) һәм «Сәнғәт, күңел асыу, масс-медиа» (+18 процент) өлкәләре вәкилдәре.

Хеҙмәт баҙарында әүҙем осор башланыу менән бер урынға дәғүә итеүселәр һаны ла артҡан. Башҡортостанда конкурс бер тәҡдимгә 6,6 резюме тәшкил итә. Сағыштырыу өсөн: июлдә бер урынға яҡынса биш кеше тура килә ине.

Кварталда төбәктә тәҡдим ителгән иң юғары хеҙмәт хаҡы 150 мең һум булған. Республикала уртаса эш хаҡы — 24,6 мең, Өфөлә 27,5 мең һум тәшкил иткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть